Башҡортостанда 2024 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ошо милли проект сиктәрендә Салауат ҡалаһында дүрт саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы, 26 метрға тиклем еткән киңлектәге дүрт юл ремонтланасаҡ. Атап әйткәндә, түбәндәге объекттарҙа ремонт эштәре планлаштырылған: - Октябрь урамы буйлап Ленин урамынан Чекмарев урамына тиклемге юл; - Ленин урамы буйлап Калинин урамынан С. Юлаев бульварына тиклемге юл; - Беренсе Май урамынан «ДОК» туҡталышына тиклем Нуриманов урамы буйлап юл; - Ленинград урамы буйлап Губкин урамынан алып Старица урамына тиклемге юл. - Был юл участкаларында Салауат ҡалаһы халҡы өсөн социаль әһәмиәтле объекттар урынлашҡан, шуға күрә киләһе йылда уларҙы норматив хәлгә килтереү планлаштырыла, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Ошо объекттарҙа юл эштәрен 2024 йылдың 3-сө кварталында тамамлау күҙаллана. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22492/