Башҡортостан Республикаһы, 2022 йылғы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты рейтингы лидерҙары төркөмөнә инеп, юғары хеҙмәт етештереүсәнлеген күрһәтеүен дауам итә. Был рейтингты «Федераль компетенциялар үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Ул федераль субсидияға ярҙам күрһәтеү менән милли проектҡа әүҙем йәлеп ителгән 68 төбәкте үҙ эсенә ала. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне. Рейтингты уҙғарыуҙа төбәктә етештереүсәнлекте арттырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләренең нисек киң таралыуы иҫәпкә алынды. Предприятиеларға адреслы ярҙам проекттарын ғәмәлгә ашырыу сифаты, төбәк командаларының башҡарыу һәм касса дисциплиналары һәм предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуы баһаланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектының маҡсаты - заманса етештереү мәҙәниәтен булдырыу. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22490/