Территорияларҙы үҫтереү фондының күҙәтеү советы 48 проблемалы йорт, шул иҫәптән Өфөлә «Литер 4» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Мәскәү» торлаҡ комплексы өлөшсөләренә компенсация түләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, Күҙәтеү советы рәйесе Марат Хөснуллин хәбәр итте. Түләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул ителгән Өфөләге йорт Киров районында, Сун-Ят-Сен, Әй, Оло Мәскәү урамдары менән сикләнгән кварталда, Бехтерев урамының дауамы булып тора. Өлөшсөләр ғаризаны Фонд сайтында шәхси кабинет аша йәки почта хеҙмәте аша тапшыра ала. Адресы: 115088, Мәскәү ҡалаһы, Шарикоподшипниковская урамы, 5-се йорт, 23-сө бүлмә. Бөгөнгә Фондтың Күҙәтеү советының Башҡортостанда түләүҙәр тураһында ҡарарҙары буйынса бөтәһе 3451 өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән. Улар 9,1 миллиард һумға компенсация алды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22491/