Башҡортостан Республикаһында 2200 уҡыусыға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлөшө тулы ҡеүәтенә алып барыла. Беҙҙең төбәктәге был иң ҙур мәктәп Волга буйы федераль округында ла иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу урыны - Өфө ҡалаһының “Кузнецов затоны” биҫтәһе. Төҙөлөш өсөн бүленгән ер участкаһы майҙаны 5,5 гектарҙан ашыу тәшкил итә. – Был мәктәп инфраструктуралы бюджет кредитлауы механизмдарын ҡулланып ғәмәлгә ашырыла һәм Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проектына инә, уның сиктәрендә транспорт һәм социаль инфраструктура объекттарын яңыртыу һәм төҙөү ҡаралған, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов. Инфраструктура бюджет кредиттары – төбәктәр үҫеше инструменттарының береһе. Төбәк проекттар конкурсында ҡатнашып, уны ала аласаҡ. Дәүләт ярҙамы сараһы яңы йорттар, дауаханалар, мәктәптәр, спорт ҡоролмалары һәм юлдар төҙөү күләмен арттырасаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуҙы тәьмин итәсәк. Быларҙ