“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында оҙаҡламай яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Яңы бинаны ауыл халҡы ғына түгел, ә 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Надежда Яценко ла түҙемһеҙлек менән көтә. Әлеге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген лицензиялау эше бара. Яңы ФАП 420 кеше йәшәгән Золотоношка ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. – Медицина пункты асылыу менән халыҡ диспансерлаштырыу үтә башлаясаҡ, вакцина яһатасаҡ, йәшәгән урынына яҡын ерҙә урынлашҡан яңы медицина учреждениеһында тәүге медик-санитар ярҙам аласаҡ. Ауылдаштар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре яңы бинаның өҫтөнлөктәрен тейешлесә баһалар, тип ышанғы килә,– тип билдәләне Стәрлетамаҡ дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм со