Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы видеоэндоскопик система алынды. Программаның маҡсаты – халыҡ ихтыяжынан сығып, медицина ярҙамын йәшәгән ергә яҡын урында күрһәтеү. Яңы система ашҡаҙан-эсәк юлын, шулай уҡ хирургик патологиялары һәм башҡа сирҙәре булған пациенттарҙы диагностикалау өсөн ҡулланыла. – Ҡорамалдың алыныуы бик ваҡытлы һәм мөһим булды. Медицина учреждениеһында 29 урынға иҫәпләнгән хирургия бүлексәһе эшләй, өс хирургыбыҙ бар. Элек асыҡ ысул менән операция яһаһаҡ, хәҙер бәләкәй генә өс тишем аша уны үтәргә мөмкин. Ҡорамалда ҡан тамырҙары һәм ҙур булмаған шештәрҙе яҡшыраҡ күрергә була, бынан тыш, видео- һәм фотофиксация үткәрергә мөмкинлек бар, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рәзидә Ғатауллина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, и