Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аҡыллы" светофорҙар ярҙамға килә

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тағы 51 “аҡыллы” светофор объекты һәм 134 транспорт ағымы интенсивлығы детекторы ҡуйылды. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһында 101 “интеллектуаль” юл саты бар. Был эштәр “Интеллектуаль транспорт системалары”н индереү барышында башҡарыла. Ҡорамал адаптив идара итеү режимын ҡулланырға һәм баш ҡала урамдарында светофорҙарҙың йәшел һәм ҡыҙыл сигналдарының оҙайлығын көйләргә мөмкинлек бирә. Белгестәр уларҙы көйләү эшен 2023 йылдың 26 декабренә тиклем тамамларға ниәтләй. – Яңы “интеллектуаль” юл саттары Өфөнән сығыуҙы тәьмин иткән урамдарҙа барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Цюрупа, Галле ҡалаһы, Вологда, Перовский һәм башҡа урамдарҙа светофорҙар яңыртылды, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – “Интеллектуаль транспорт системаларын” индереү арҡаһында ошо урамдарҙың үткәреү һәләте 20 процентҡа артасаҡ, тип күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 2024 йылға тиклем өс этапта тормошҡа ашырыла. Беренсе этап барышында Октябрь проспекты, Менделеев, Жуков, Рәсәй һәм Комсомол урамдары кеүек йәнле транспорт артерияларында 50 “аҡыллы” светофор объекттары ҡуйылды. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфөлә 415 светофор объектының 140-ы яңыртыласаҡ. Уны тормошҡа ашырыуға бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.