Найти тему
Башҡортостан гәзите

Владимир Путинға һорауҙарығыҙ булһа...

14 декабрҙә илдә мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. Ил Президенты Владимир Путин халыҡ менән аралашасаҡ. 2023 йылға йомғаҡ яһау берләштерелгән матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш форматында үтәсәк. Сара өсөн әҙерләнгән махсус студияға журналистар саҡырыласаҡ. Араларында федераль, төбәк һәм сит илдәр хәбәрселәре көтөлә. Владимир Путинға һорауҙарығыҙ бармы? Уны биреп ҡалырға ашығығыҙ. Һорауҙарҙы 1 декабрҙән ҡабул итә башланылар. Уны moskva-putinu.ru сайты аша, 8-800-200-40-40 түләүһеҙ номеры, 0-40-40 номерына бушлай СМС ебәреп, шулай уҡ “Бәйләнештә”, "Класташтар” социаль селтәрҙәрендә бирергә була. 1 декабрҙән алып Владимир Путинға 250 меңдән ашыу һорау килгән дә. Халыҡты һәр ваҡыттағыса социаль түләмдәр, махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау темалары борсой. Шулай уҡ кешеләр тәҡдимдәр ҙә ебәрә икән. Ниндәй һорауға яуап биреүҙе Владимир Владимирович шәхсән һайлаясаҡ. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Күренеүенсә, быйыл был сарала берҙәмлек тантана итәсәк. Сөнки ике сараны бергә ҡушҡас, унда бөтәһе лә ҡатнашасаҡ – Президент та, журналистар ҙа, ябай халыҡ та. Барығыҙҙы ла был ҡыҙыҡлы сәйәси саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ. Фото: www.kremlin.ru