Башҡортостанда “Таҙа ил” федераль проекты буйынса йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларындағы биш сүплекте бөтөрәсәктәр. Аҙаҡ был ерҙәрҙә биологик рекультивация этабы үткәрәсәктәр. Был уларҙы хужалыҡ әйләнешенә ҡайтарыу мөмкинлеген бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2030 йылға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин йөкләмәһе буйынса республика ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү буйынса 100 процентлыҡ һөҙөмтәгә килергә тейеш. Республикала барған сүп-сар реформаһы тураһында “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш ваҡытында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һөйләне. Башҡортостанда 93 ҙур ауыл сүплеге буйынса ла план әҙерләнгән. Шуларҙың 30-ын 2022-2023 йылдарҙа тикшергәндәр, ҡалғандарында киләһе йылдарҙа тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды тикшереү һәм баһалау үткәреләсәк һәм проектлауға тотоноласаҡ. Республиканың идара итеү үҙәгенә төбәк операторҙары вәкилдәре ебәрелгән. Улар сүп-сар сығарыу процесы ваҡытында һәм дөрөҫ булһын өсөн тырыша. Һәм был эштә иң мөһиме – кешеләр. Һөнәренә күп йылдар тоғро булғандар хаҡында эфирҙа һөйләнеләр. Фото: news.myseldon.com