Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Атайсал” форумы бара

Бөгөн, 8 декабрҙә, “Атайсал – кесе Ватаным” зона форумын Саҡмағош ере ҡабул итте. Муниципаль-ара йыйынға Өфө, Октябрьский ҡалалары, Баҡалы, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Илеш, Кушнаренко, Туймазы, Шаран, Өфө һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре йыйылды. Белеүебеҙсә, тыуған төйәгеңә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылдың мартында башланғайны. Бөгөн инде ул халыҡты берләштергән киң эшмәкәрлеккә әйләнде. Саҡмағошта үткән сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, ошо төбәктең ҡала һәм райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша. Урал Таһир улы һәм Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Фәнил Йәмәлиев йыйында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне һәм форумдың эшендә уңыштар теләне. Форум сиктәрендә бер нисә урында секцияларҙың эше, “Яңыса уйла. Биләмәләрҙе үҫтереүҙә яңы тенденциялар”, “Йәштәр фламандары” тип аталған стратегик сессия ойошторолдо. “Бергә еңә

Бөгөн, 8 декабрҙә, “Атайсал – кесе Ватаным” зона форумын Саҡмағош ере ҡабул итте. Муниципаль-ара йыйынға Өфө, Октябрьский ҡалалары, Баҡалы, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Илеш, Кушнаренко, Туймазы, Шаран, Өфө һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре йыйылды. Белеүебеҙсә, тыуған төйәгеңә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылдың мартында башланғайны. Бөгөн инде ул халыҡты берләштергән киң эшмәкәрлеккә әйләнде. Саҡмағошта үткән сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, ошо төбәктең ҡала һәм райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша. Урал Таһир улы һәм Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Фәнил Йәмәлиев йыйында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне һәм форумдың эшендә уңыштар теләне. Форум сиктәрендә бер нисә урында секцияларҙың эше, “Яңыса уйла. Биләмәләрҙе үҫтереүҙә яңы тенденциялар”, “Йәштәр фламандары” тип аталған стратегик сессия ойошторолдо. “Бергә еңәсәкбеҙ!”, “Кесе Ватан өсөн изге эштәр йылы. Яҡташтар беҙҙең менән”, “Үҙ тамырҙарыңды бел”, “Атайсал” проекты киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә” секцияларында, “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Кесе Ватандың рухи биләмәһе” кеүек түңәрәк өҫтәлдәрҙә ойошторолған һөйләшеүҙәр тыуған төйәгенең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған, уны тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ итеү уйы менән янған кешеләрҙе йыйҙы. Форумда ҡатнашыусылар Саҡмағош ауылындағы “Әҙһәм - Бикә” мәсетендә булып, төбәктә алып барылған дини һәм рухи тәрбиә алымдары, дини ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Төштән һуң район мәҙәниәт йортонда “Атайсал. Яҡташлыҡ көсө” тип аталған асыҡ дискуссия майҙаны эш башланы. Ошонда уҡ әлеге төбәктән проектта иң әүҙем ҡатнашҡан шәхестәр бүләкләнәсәк. Саҡмағоштар "Атайсал – кесе Ватаным" муниципаль форумын Дәүләкән районы вәкилдәренә тапшырасаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.