Ошо көндәрҙә “Гильза” позывнойлы яҡташым менән осрашырға яҙҙы. Ул махсус хәрби операция биләмәһенән яраланып ҡайтып, дауаланып йөрөй икән. "Гильза" махсус хәрби операция башланыу менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә уйлай. Шулай ҙа эшендәге мәшәҡәттәр арҡаһында был ниәтен бер аҙ кисектереп, былтыр октябрь айында хәрби әҙерлек үҙәгенә юллана. 44 йәшлек ир-егеттең хәрби тәжрибәһе арыу ғына: Чечнялағы ҡораллы бәрелештәрҙә сыныҡҡан, тыныс тормошта бер нисә йыл эске эштәр бүлегендә патруль-пост хеҙмәтендә эшләп алған. Әле яугиргә снаряд ярсығы эләгеп, уң аяғы яраланған. Мәскәүҙә операция эшләгәндәр. Һамар ҡалаһындағы госпиталгә барып күренеп тора. “Яраланһам да, хәрби контрактым дауам итә. Комиссия ҡарап, хеҙмәткә яраҡлы тиеү менән, тағы махсус операция биләмәһенә юлланырға уйлайым”, - ти Гильза. “Бер йыл самаһы булғанһың, етмәһә, ауыр ғына яраланғанһың, барыбер кире барам тиһең. Был теләк нимәгә бәйле?” – тип һорайым яугирҙән. “Унда иптәштәрем ҡалды. Улар менән бәйләнештәмен, м