Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ришат ағайҙың остазлыҡ мәктәбе

Ришат Ишембәтов 1951 йылдың 10 мартында Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар район мәктәптәрендә физика уҡытыусыһы, директор булып эшләгән, 1983 йылдан райондың халыҡ мәғарифы бүлегенә етәкселек иткән. 2000 йылдан – район хакимиәтендә эштәр идарасыһы, был вазифала 2012 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән. Әммә белемле, абруйлы шәхес ял итә буламы һуң? Ришат Вәкил улы әүҙем рәүештә йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнә башлай. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылда ойошторолған. 2016 йылдан башлап йәмәғәт ойошмаһына Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Ришат Ишембәтов етәкселек итә. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы 2018 йылда Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығында республикала иң беренсе булып теркәү үткән һәм бөгөн юридик берәмек булып һанала. Ойошма 2020 йылда РФ Президенты грантына конкурста ҡатнашып, еңеп сыҡҡан. Йәмәғәт ойошмаһы был конкурста “Экологик һабантуй” тигән проект тәҡдим итеп, 500 мең һумлыҡ грант яулауға өлгәшкән. Грант аҡсаһына райондың 10 ауылында Һаҡмар йылғаһы буйында 10 “Ҡоролтай” аллеяһы булдырылған. Уларҙың һәр береһендә 200-әр төп ҡарағай һәм ҡайын ағастары ултыртылған. Район ҡоролтайы ағзалары тап шул мәлдән алып бөгөнгәсә аллеяларҙың торошон даими контролдә тота, урындағы ауыл биләмәһе башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп етәкселеге ҡатнашлығында йылына ике тапҡыр рейдтар ойоштора. Бөгөн инде был аллеялар тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра, башҡа ауылдарҙа ла эш дауам итә. Быйыл ғына Беренсе Төркмән, Юлыҡ ауылдарында ла “Ҡоролтай” аллеялары барлыҡҡа килгән. Райондағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында Ришат Вәкил улы түбәндәгеләрҙе билдәләне: “Район ҡоролтайы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабын үткәреүгә күп көс һала, республика этабында ҡатнашҡан ауылдарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. 2019 йылда Йылым ауылы был мәртәбәле конкурста икенсе урынды яулаһа, 2020 йылда Түбәнге Яйыҡбай бәләкәй ауылдар араһында беренсе урын алды һәм биш миллион һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнде. 2021 һәм 2022 йылдарҙа был бәйгелә Иҫке Сибай ауылы ҡатнашты һәм дәртләндереү приздарына лайыҡ булды. Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында барлығы 10 ауыл ҡатнашты һәм ошо көндәрҙә улар проекттарын яҡланы. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының йыл һайын тормошҡа ашырған һәм ваҡытында йомғаҡ яһап барған үҙенсәлекле проекттары бар. Шулар иҫәбенә “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә”, “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү”, “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы”, “Иң әүҙем эшләүсе ҡоролтай рәйесе”, “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!”, “Мул һыулы Һаҡмар”, “Иман нуры” конкурстары һәм башҡалар инә. “Сәләмәт ауыл” конкурсы алты номинация буйынса тормошҡа ашырыла. Бында ауылдарҙы төҙөкләндереү, спортты һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге, тәбиғәтте һаҡлау, милли матбуғатҡа яҙылыу кеүек мәсьәләләр күҙ уңында тотола. Йыл да был конкурста һәр ауыл биләмәһенән бер ауыл ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, был бәйгелә урындарҙағы ауыл хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары, ауылдар халҡы бик теләп ҡатнаша, сәмләнеп ярыша. Конкурсҡа йомғаҡ февраль айында үтәсәк район ҡоролтайында яһала. Еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Әле конкурс аҙағына яҡынлаша, йыл аҙағына ҡәҙәр төрлө саралар үткәреү дауам итә. “Сылтыр шишмә” район конкурсы 2020 йылдан алып ойошторола һәм был бәйгенең ҡоролоҡтан йыш яфа сиккән төбәк өсөн әһәмиәте бик ҙур. Был конкурс ауыл биләмәләрендәге шишмә баштарын кәртәләп алыу һәм уларҙы халыҡ файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Һуңғы өс йыл эсендә генә лә ошо проект сиктәрендә районда барлығы 124 шишмә кәртәләп алынды һәм уларҙа һыу алыу, ял итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылды. Быйыл да был проект уңышлы дауам итте. Шуныһы үҙенсәлекле, шишмәләрҙе кәртәләү һәм улар биләмәһендә бөтөн шарттар тыуҙырыу буйынса ауыл биләмәләре хәҙер республика кимәлендәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша башланы. Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте, мәҫәлән, БР Экология министрлығының “Таҙа һыу” һәм “Башҡортостан шишмәләре” проекттарында ҡатнашып, 100 мең һумлыҡ грант отто һәм Карпат шишмәһен капиталь төҙөкләндереп ҡуйҙы. Башҡа ауыл биләмәләре лә был конкурста ҡатнашыу өсөн үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. Әйткәндәй, район Ҡоролтайы ағзалары “Сылтыр шишмә” акцияһы барышын даими контролдә тота, эштәр менән яҡындан таныша. “Кесе Ватан – Атайсал” республика проектына ярашлы атҡарған ошондай эштәр өсөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү” проектына ярашлы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзалары йылына ике тапҡыр мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында булып, башҡорт телен уҡытыу һәм туған телдә тәрбиә биреү кимәлен өйрәнә, һығымта яһай һәм уны район мәғариф бүлегенә, район хакимиәтенә тапшыра. Район мәғариф бүлеге етәкселәре Ҡоролтай ултырыштарында ошо мәсьәлә буйынса даими отчет яһай. “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы” конкурсы мәғариф бүлеге, китапхана, “Башҡорт китабы” магазины менән берлектә үткәрелә һәм уға йыл башында йомғаҡ яһала. Еңеүселәр район ҡоролтайында тәбрикләнә, уларға бүләккә китаптар тапшырыла. Ауыл биләмәләрендәге ҡоролтайҙарҙың эшмәкәрлеген тағы ла йәнләндереү маҡсатында “Иң әүҙем эшләүсе ҡоролтай рәйесе” район конкурсы булдырылды. Иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәр район ҡоролтайында аҡсалата премия һәм диплом менән билдәләнеп бара. “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” район конкурсы ауыл биләмәләре араһында ойошторола. “Һаҡмар” гәзите – беҙҙең ҡоролтайҙың трибунаһы, был баҫма ойошманың эшмәкәрлеген киң яҡтырта, бының өсөн “Ҡоролтай тауышы” тигән махсус рубрика булдырылған. Атап үтелгән конкурс “Һаҡмар” гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыу маҡсатында йылына ике тапҡыр иғлан ителә һәм унда еңеүселәр Ҡоролтайҙың дипломдары, аҡсалата премиялары менән бүләкләнә. “Мул һыулы Һаҡмар” проектына ярашлы йыл да район биләмәһендәге йылғаларҙы таҙартыу буйынса өмәләр ойошторола, һәм уларҙа, әлбиттә, ҡоролтай ағзалары ла әүҙем ҡатнаша. Баймаҡ районы мөхтәсибәте һәм ҡаланың “Нәсихәт” мәсете менән берлектә бына байтаҡ йылдар балалар араһында “Иман нуры” конкурсы ойошторола. Еңеүсе балаларға ойошманың бүләктәре тапшырыла. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайында 15 ағза иҫәпләнә һәм ойошма ултырыштары квартал һайын үткәрелә. Унда ҡоролтай ағзалары үҙҙәренә беркетелгән ауыл биләмәләре буйынса отчет бирә, уларҙа башҡарылған эштәр менән таныштыра, проблемаларҙы асып һала. Әлбиттә, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороу ҙа ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе булып тора. Был тәңгәлдә ойошма махсус акциялар ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә. Ҡоролтай ағзалары бер ҡасан да унан ситтә ҡалмай, үҙҙәре лә аҡса йыйып, яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр ебәрә. Ошо көндәрҙә генә ҡоролтайҙар МХО зонаһына генератор оҙатты”, – тип билдәләй Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов. Үәҙем милләттәшебеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уүыштар теләйбеҙ. Һис шикһеҙ, уның әүҙемлеге, рух ныҡлығы, маҡсатлылығы йәш быуын вәкилдәре өсөн өлгө, остазлыҡ мәктәбе булып тора. Г. Рәсүлева әҙерләне. Фотолар геройҙың шәхси архивынан.