Тәтешле районы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған пассажирҙарҙы юлда өшөп туңыуҙан һаҡлап алып ҡалған. Юлсылар өсөн дауаханала ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторорға мәжбүр булғандар. Төндә Тәтешле эргәһендә Өфө - Пермь маршруты буйынса юлға сыҡҡан автобус юлдан ситкә төшөп китә. 11 пассажир 30 градуслыҡ һыуыҡта урамда тороп ҡала. Дауахана хеҙмәткәрҙәре хәлде аңлап, тиҙ генә бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа. Медицина учреждениеһында бөтә пассажирҙарға тейешле ярҙам күрһәтелә, туҡланыу ойошторола. Райондағы бөтә хеҙмәттәрҙең берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хәлде тиҙ яйлағандар. Ике сәғәттән һуң бөтә пассажирҙарҙа имен-аман Пермь крайының Көйәҙе ҡасабаһына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында юл тотҡан. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.