Быйылғы конкурсҡа Башҡортостандың төрлө ҡала-райондары һәм Рәсәй төбәктәренән 300-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Музыкаль ярыш февралдән декабргә тиклем барған: һайлап алыу турҙары ойошторолған, тере тауышҡа йырлау этабы, ярымфинал ойошторолған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы конкурстың үҙенсәлеге – Өфөнән биш сағыу төркөм, улар үҙҙәренең дәрте менән тотош залды биләп алған. Гран-приға уларҙың береһе – “Бося Рудь” проекты лайыҡ булған. Егет-ҡыҙҙарҙың сығышы шул кимәлдә ҡеүәтле, ижади яҡтан көслө булғанға күрә, жюриға иң яҡшы сығышты билдәләү үтә ауыр булмаған. Еңеүселәргә, төп награданан тыш, йырҙы “Спутник FМ” радиоһы эфирында яңғыратыу хоҡуғы бирелгән. Башҡа еңеүселәр: “Халыҡ һайлауы” номинацияһы – Давид Дочия, Омск ҡалаһы; “Дебют. 14-17 йәшлек балалар” – Екатерина Макарова, Октябрьский ҡалаһы; “Дебют. 9-13 йәшлек балалар” – София Хәзетдинова;”Иң яҡшы ир-егеттәр вокалы” – Никита Мальцев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы; “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар вокалы” – Елизавета Селютина, Силәбе ҡалаһы һәм Вилена М