Өфөлә йәшәүсе Бөрйәндәр өсөн, кисәге көн, ҙур байрам булараҡ тарихҡа инде. Ярты йыл элек кенә яңы көс менән ойоша башлаған яҡташтар бихисап күп эштәр башҡарып өлгөрһә, бөгөн инде улар тағы ла бер күләмле сара – Спартакиаданы асыу тантанаһына йыйылды. Спартакиада Бөрйән районының ауыл советтары бүленешенән ун ике команда туплаһа, алдына яҡташтарҙы берләштереү, көндәлек эштән тыш ваҡытты спортҡа бүлеү, ГТО-ның Бөтә Рәсәй спорт комплексы нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү кеүек маҡсаттарҙы ҡуйған. Тантананы асып, Бөрйән яҡташтар берлегенең рәйесе Ришат Сабитов, берлектең спорт буйынса етәксеһе Илнар Салауатов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һүҙ тотто. Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, Башҡортостан Республикаһының “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фуат Дәминдәров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға яҡшы уйындарға фатихаларын бирҙе. Спартакиаданың баш судъяһы Илнар Салауатов