Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы ла ике кеше ғүмере өҙөлдө...

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районында аварияла ике кеше һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы Туймазы – Бәләбәй – Николаевка - Баҡалы автомобиль юлының 107-се километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ-2114” һәм “Фольксваген Поло” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2114” автомобилендәге водитель менән пассажир ваҡиға урынында һәләк булған. Сит ил машинаһында булған ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәбен асыҡлау һәм эште ойоштороу өсөн ваҡиға урынына республика ЮХХДИ етәксеһе урынбаҫары юлланған. Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған. Фото: @bash_gibdd