Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы проекттар ҡаралды

7 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестсәғәт”те уҙғарҙы. Унда сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм туризм өлкәһендә яңы башланғыстар хупланды. “Партнер” компанияһы генераль директоры Геннадий Разницын тротуар плиткаһын һәм төҙөкләндереү элементтарын етештереү буйынса комплекс төҙөү проектын тәҡдим итте. -Башҡортостанда эшләргә ҡарар итеүегеҙ өсөн беҙ бик шат, - тине Радий Хәбиров. –Һеҙҙең продукция Сергей Михалев исемендәге скверҙы, Дан бульварын лайыҡлы биҙәй. Өфөнө артабан төҙөкләндереү өсөн беҙгә ҙур күләмдә тротуар плиткаһы кәрәк буласаҡ. “Телец” компанияһы учредителе Зәбир Фәйзуллин Әлшәй районының Раевка ауылында ит, балыҡ, ауыл хужалығы продукцияһын комплекслы эшкәртеү һәм һаҡлау предприятиһын булдырыу проектын тәҡдим итте. Ауыл хужалығы предприятиеһы 2001 йылдан эшләй, был ваҡыт эсендә производство биналары иҫкергән. Эшҡыуар ит, балыҡ, еләк-емеш эшкәртеү буйынса яңы цехтар һәм йәшелсә һаҡлағыс төҙөргә ниәтләй. “Эколаб – Урал” компанияһы генераль директоры Вәсилә Хызырова Ирәмәл тауы эргәһендә “Иҙел башы” тигән һәр миҙгелдә эшләй торған туристик комплекс булдырыу ниәтен әйтте. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.