Бөгөн, 7 декабрҙә, Өфөлә медицина взводы командиры, мотоуҡсылар батальоны табибы Михаил Каменев менән бәхилләшеү сараһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хушлашыу Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында уҙҙы, унда яугир һәм герой 2002 йылдан торакаль хирургия бүлексәһенең табип-торакаль хирургы вазифаһында эшләгән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. “Хөрмәтле Любовь Климовна, Владимир Владимирович, Анна Александровна. Михаил Владимировичтың туғандары, яҡындары һәм коллегалары. Хөрмәтле иптәштәр! Бөгөн беҙ ауыр йөрәк менән ошонда йыйылдыҡ. Улығыҙ һәм тормош иптәшегеҙ оҙаҡ ваҡыт МХО биләмәһендә табип-ирекмән булды. Мин һәр саҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәгән кешеләрҙән хөрмәт һүҙҙәрен ишеттем. Михаил бик ҡыйыу кеше, уның автомобилдән сығып китеү мөмкинлеге була, әммә хәрби иптәштәре менән ҡала һәм һәләк була. Геройҙың ғаиләһе беҙҙең яҡлау аҫтында буласаҡ һәм мотлаҡ рәүештә балаларҙы күтәрергә ярҙам итәсәкбеҙ. Хөрмәтле