Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында Бөтә Рәсәй IV “Әсфәндиәров уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара билдәле тарихсы-ғалим, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәровтың ғәйәт ҙур фәнни мираҫына хөрмәт, уның хеҙмәттәрен өйрәнеү, йәш ғалимдарҙы тарих фәне ғилеменә ылыҡтырыу маҡсатында ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Алексей Дербеко, Рәсәй тарихсылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Уразова, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Насибуллин тәбрикләне. Ғилми йыйында республика һәм Рәсәй ғалимдарынан тыш, видеобәйләнеш алымында Белоруссия һәм Төркиә тарихсылары ла ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Әнүәр Зәкир улының