Бынан бер нисә йыл элек банктан 25 миллион һум аҡса урлап бар донъяға танылған Луиза Хәйруллина тураһында яңылыҡ билдәле булды. "Уфа1” баҫмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул иреккә сыҡҡан. Баҡһаң, ул төрмәлә 4,5 йыл ултырған. Билдәле булыуынса, ул эшкә урынлашҡан һәм балалары менән шәхси йортта йәшәй башлаған. Уны енәйәткә этәргән ире Марат менән аралашмай тиҙәр. Онотһағыҙ, был хәлде иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бер көндө Луиза Хәйруллина исемле кассир ҡатын әйберен йыя ла, балалары һәм ире менән ғәйеп була. Баҡһаң, ул яйлап үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлаған була. Ике ай үткәс уларҙы Ҡазанда тоталар. Луизаны биш йылға, ирен алты йылға хөкөмгә тарттарған булалар. Фото: социаль селтәрҙәр.