Найти тему
Башкортостан 24

Ҡыш уртаһында күл

   Ҡыш уртаһында күл
Ҡыш уртаһында күл

Ҡыш уртаһында күл

Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы парковкаларҙың береһендә тиҫтәләгән машина һыу аҫтында ҡалды. СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә канализация торбаһы тишелеү сәбәпле, көслө һыу ағымы тиҙ арала парковканы баҫып автомобиль юлы буйлап аҡты. Совет районы прокуратураһы коммуналь авария буйынса тикшереү башланы. Был көн был машиналарҙың хужалары өсөн оҙаҡ онотолмаҫ. Сығыуыңа тимер атың йөҙөп йөрөһөн әле. Машина хужаларынан тыш ғәҙәттән тыш хәл урынына авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре килеп етте. Танауҙы ярып барған еҫтән был канализациянан килгән һыу икәнен асыҡларға була. Кемдер сатлама һыуыҡ һәм бысраҡ һыу тип тормай билгәсә һыу кисеп машинаһын ҡотҡарырға маташа, эвакуаторҙар эшләй, кемдер һыу киткәс тә автомабилен ҡуҙғата алмай интегә.Иртәнге сәғәттәрҙә булған ғәҙәттән тыш хәл көн үҙәгенә ситләтелде, ә бына шауҡымы күпмегә һуҙылыр? Һыу баҫҡан урын эргәһендә генә ҙур автосалон һәм инжиниринг компанияһы урынлашҡан. Кем нығыраҡ зыян күргән, автомобиль хужаларына уны кем ҡаплар -асыҡларҙар. Хәл ваҡиғаны тикшереү йәһәтенән Башҡала прокуратураһы эш башлаған.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».