Миллиард кеше
Рәсәй тимер юлдары ҡала-ара бәйләнештәге поездарҙа быйыл тап ошо һанлы пассажир йөрөткән. Бәхетле билет эйәһе Башҡортостанда теркәлде. Өфө вокзалында ойошторолған “Миллиард” сертификатын тапшырыу тантанаһында пассажирҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм тимер-юлдың Куйбышев филиалы етәксеһе Вячеслав Дмитриев тәбрикләне. Карина Янбарисова — Өфө фән һәм технологиялар университетының икенсе курсында уҡый. Шаршамбы “Ласточка” поезының көндөҙгө рейсына билет һатып алған. Иглиндан Өфөгә уҡырға студент тиҙ йөрөүсән поезда көн һайын килеп ҡайта. Бәхетле пассажирға Радий Хәбиров “Миллиардынсы пассажир” статуэткаһын, ә Башҡортостан ҡала-ара тимер юл компанияһы үҙе теләгән йүнәлешкә алтын абонемент бүләк итте. Башҡортостан ҡала-ара тимер юл компанияһы биш төп йүнәлештәге төбәк станцияларында 69 поезд ҡуллана. Шуларҙың егерме бише Өфө агломерацияһын хеҙмәтләндерә. 2023 йылдың үткән 11 айында 4 миллиондан ашыу пассажир юл тотҡан. Былтырғы менән сағыштырғанда был 25 процентҡа күберәк. Пассажирҙар һанының артыуына республикала хәрәкәт составын яңыртыу булышлыҡ иткән. РА-3, “Орлан” рельслы автобустары, “Ласточка” һәм ЭП2Д элекр поездары тиҙлеге һәм уңайлылығы менән танылған. Ҡала эсендәге электричка маршруттары юғары ихтыяждан файҙалана, уларҙың йөрөү ваҡыты пассажирҙар теләген иҫәпкә алып ҡоролған. Бшҡортостан Башлығы менән Рәсәй тимер юлының Куйбышев филиалы етәксеһе Өфө вокзалында эшлекле осрашыу үткәреп пассажир һәм йөк ташыуҙың берҙәм проекттарын бойомға ашырыу йүнәлештәрен билдәләне. Миллиардынсы пассажир сертификаты эйәһе иһә юлын дауам итер алдынан һөйөнөсөн журналистар менән уртаҡлашты.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».