Хәйбулла районында Балалар моделле китапханаһы базаһында фәнни - тикшеренеү конференцияһы үтте. Конференция “Тыуған яғым - Хәйбулла” район эҙләнеү эштәре конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл балалар моделле китапханаһы райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре ойошмаһы менән берлектә крайҙы өйрәнеүсе Рафаэл Сәләхетдин улы Рәхимовтың 90 йәшлек юбилейына арналған район эҙләнеү эштәре конкурсы иғлан иткәйне. Конкурста мәктәп йәшендәге балалар ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ике йәш категорияһы буйынса баһаланды ( 7-нән 12 йәшкә тиклем һәм 13 йәштән 18 йәшкә тиклем). Сара йәш быуында тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, Хәйбулла районы тарихы, халҡы, алдынғы шәхестәрҙең ҡаҙаныштары, династиялар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында тарихи материалдар туплау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған яҡтың тарихи мираҫына ихтирамлы ҡараш уятыу маҡсатында ойошторолдо.Положениеға ярашлы, конкурс ике этапта үтте. Тәүге этабында ҡатнашыусыларҙың эштәре тупланды. Абруйлы жюри ағзалары эштәрҙе
Уҡыусыларға Р. Рәхимов исемендәге тәүге премия тапшырылды
7 декабря 20237 дек 2023
2 мин