Быйыл медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн илле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты лицензия алды. Уларҙың барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлдө. Бөгөн республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, ул – Рәсәйҙәге иң эре медицина селтәре. Һәр береһе ике-өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Айырыуса мобиль пункттарҙы өлкәндәр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән төпкөл тораҡтарҙа, үҙәктән алыҫ ауылдарҙа төҙөргә тырышалар. Бинаны тантаналы шарттарҙа асҡанға ҡәҙәр һәр береһе медицина эшмәкәрлеген ойоштороуға лицензия алырға тейеш. Заманса медицина учреждениеларында телемедицина технологиялары индерелгән, ике меңдән ашыу бина юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Был көтөп алынған яңылыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең дауалау мөмкинлектәрен киңәйтә. Һанлы электрон ҡултамға ярҙамында белгес дарыуҙарға үҙ аллы льготалы рецептар яҙа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштерә ала. –Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ауыл медицинаһын үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Республика халҡының 38 проценты ауылда йәшәй. Беҙ көн һайын медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм сифатын яҡшыртыу буйынса шөғөлләнәбеҙ.Пациенттар медицина учреждениеһына барыһынан да элек сирҙәрҙе иҫкәртеү, диспансерлаштырыу маҡсаты менән килһә яҡшыраҡ булыр ине, ә ауырыу аҙғас ҡына түгел, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм яңы медицина пункттарының, халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алып, тулы ҡеүәттәренә эшләүен теләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.