Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

3D һүрәт оҫтаһының йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Һынлы сәнғәт донъяһы ҙур юғалтыу кисерҙе: республикала берҙән-бер 3D һүрәт оҫтаһының йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың оҫта ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле һүрәттәр, 3D форматындағы картиналары Башҡортостан, Рәсәй күләмендә генә түгел, хатта сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Бөгөн уларҙың барыһы ла тик иҫтәлеккә генә ҡалды. Марат Алсынбай улы Баймаҡ һәм Бөрйән райондары сигендә урынлашҡан ғәжәйеп матур тәбиғәтле Бетерә ауылында тыуған. “Үҙемде белә-белгәндән һүрәт төшөрәм”, - тигәйне бер осрашыуҙа ул. Рәссамдың 3D картиналар ижад итеүгә тотоноу тарихы ҡыҙыҡлы килеп сыға. “Барыһы ла осраҡлы ғына булды. 3D һүрәттәр килеп сыҡҡас, мин дә ошолайтып эшләй аламмы икән, тип уйланым да үҙемде һынап ҡарарға булдым”, – тине. Был йүнәлештәге иң тәүге эштәренең береһе ҡустыһының иҙәнен биҙәү була. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын, ҡапҡаларын, ҡоймаларын ошондай үҙенсәлекле һүрәттәр биҙәй. Марат Ғафаровтың картиналары бөтә Рәсәй буйынса таралған. Салехард, Калининград, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан һүрәт эшләтеп алыусылар булған. “Социаль селтәр аша табып яҙыусылар күп. Хатта сит илдәрҙән – АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Ғәрәп әмирлектәренән дә яҙалар”, - тигәйне Марат ағай. Уның хаҡында Беренсе канал тапшырыу эшләгән, үҙәк, республика гәзиттәре яҙып сыҡты. Һүрәттәренә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә йыш булды, тип тә һөйләй торғайны ул. Мәскәүҙән килгән оператор егет йыуыныу бүлмәһенең ишеген асҡас, иҙәндә 3D форматында төшөрөлгән зәп-зәңгәр һыулы диңгеҙҙән башын ҡалҡытып торған дельфин һүрәтен күреп, бер аяғын күтәргән килеш ҡатып ҡала. Темәстәге иҫке генә бина диуарына семәрле баҫҡыс, ишек һүрәте яһап ҡуйғас, ҡайһы бер ауылдаштары рәсемдәге ишекте ысынға алып, саҡ баштары менән төкөмәй. “Йортоноң берәй мөйөшөн, аш-һыу бүлмәһен биҙәүемде һорап, ҡатын-ҡыҙҙар йыш мөрәжәғәт итә. Был аңлашыла ла, сөнки гүзәл зат – бар булмышы, фиғеле менән матурлыҡ тыуҙырыусы, ғаилә ҡотон һаҡлаусы бит ул. Үҙемдең дә илһам сығанаҡтарымдың береһе тәбиғәт булһа, икенсеһе – яратҡан ғаиләм”, – тип йыш ҡабатларға яратты Марат Алсынбай улы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Марат Ғафаровты аяуһыҙ сир арабыҙҙан бик иртә алып китте. Ҡулындағы ҡылҡәләме ярҙамында матурлыҡ өләшеп, тылсымлы һүрәттәре менән күҙҙе йәмләр гүзәллек тыуҙырып йәшәргә лә, йәшәргә ине лә бит рәссамға. Әммә, тормош аяуһыҙ шул... Йәнең йәннәттә булһын, Марат ағай! Фотолар: Марат Ғафаровтың шәхси архивынан алынған ине.