Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы Нефть һәм газ институты студенты Ренат Сәләховҡа “Рәсәй патриоты” йәмәғәт миҙалын тапшырҙылар. Был наградаға ул Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ булды. Унда йәштәрҙең ҡатнашыуы "Мәғариф" милли проектының "Патриотик тәрбиә" федераль проекты маҡсаттарына тап килә. Быға тиклем “Рәсәй патриоты” миҙалдарына Алексей Лебедев менән Данил Ғәскәров лайыҡ булған, уларға бүләкте “Бөтә Рәсәй Хәтер вахтаһы йомғаҡтары – 2023” семинарында тапшырғандар. Егеттәрҙең барыһы ла – “Нефтсе” студенттар эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре (Солтанов Х.А. исемендәге эҙәрмәндәр отряды). Ул “Йәштәр комьюнитиһы. Өҫтөнлөк 2030” һәм “Киләсәкте беҙ үткәндәрҙе һаҡлап ҡалабыҙ” проекты менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грант конкурсы еңеүсеһе. 2023 йыл “Һуғыш эҙҙәре буйлап” интерактив күргәҙмә” проектын ғәмәлгә ашырыу эгидаһы аҫтында уҙҙы. Эҙәрмәндәр күсмә экспозициялар менән Октябрьский, Туймазы ҡалаһы мәктәптәрендә, Туйма