Әлфиә Шәмиғолова 2012 йылдан алып Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек итә. Үҙ-үҙенә талапсан, башҡаларҙың хеҙмәтен ихтирам итә белгән кеше генә етәксе була ала. Ә лидерлыҡ һыҙаттары ғаиләлә тәрбиәләнә. Ижади шәхес, милли мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләүсе әсәһе, Күмертау башҡорт халыҡ театры режиссеры, Шәмсиә Мусинаның тормошо һәм йәмғәтселек эшмәкәрлеге Әлфиә өсөн төп өлгө булғандыр. Төп эше – Күмертау үҙәкләштерелгән ҡала китапханалар системаһы директоры - яуаплы, мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы йәмәғәт эштәренең, ҡала проблемаларының уртаһында ҡайнай, күп һанлы әҙәби, мәҙәни сараларҙың, проекттарҙың әйҙәүсеһе. Ҡалабыҙҙа үткәрелгән традицион “Шәжәрә” байрамы, “Шаяниум” хәрәкәте, “Күмертау башҡортса һөйләшә”, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Тере әкиәттәр” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уның ойоштороу һәләте айырыуса асыҡ сағыла. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы етәкселегендәге Күмертау башҡорттары ҡоролтайы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡала советы”, “Аҡһаҡалдар ҡоро”, “Ҡала башҡорт йәштәре” ойошмалары менән берлектә эшләй. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова Баймаҡ ҡалаһында тыуған, 1967 йылдан Күмертау ҡалаһында йәшәй. 1977 йылдан алып мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, 1992 йылдан Күмертау ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһын етәкләй. 2012 йылда ҡала отчет-һайлау конференцияһында Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Шул ваҡыттан алып ул яуаплы һәм грамоталы лидер булараҡ, күп милләтле мәҙәни-тел мираҫын һаҡлау, башҡорт телен, мәҙәниәтен, милли-мәҙәни традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереү буйынса мәғариф, мәҙәниәт, хакимиәт, милли берләшмәләр менән берлектә ҡала башҡорттары ҡоролтайының эшен эҙмә-эҙлекле һәм тотороҡло алып бара. Ойошма эшмәкәрлеге тураһында Әлфиә Файзрахман ҡыҙы түбәндәгеләрҙе билдәләй: – “Башҡорттар ҡоролтайы башланғысы менән ҡалала башҡорт халҡының милли үҙаңын күтәреүгә, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереүгә, туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән бик күп милли-мәҙәни һәм мәғрифәтселек проекттары ғәмәлгә индерелде. Мәҫәлән, «Ҡала башҡорттары», «Исҡужин уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференциялары, милли мәғариф буйынса йыл һайын үткәрелеүсе ата әсәләр семинарҙары һәм конференциялары , "Киләсәк беҙҙең ҡулда "йәштәр форумы, “Шәжәрә байрамы”, “Шаяниум” уйыны һәм башҡалар. 2020 йылда ҡала башҡорттар ҡоролтайы Башҡортостан башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында ҡатнашты. “Тере әкиәттәр – Живые сказки” проекты грант яуланы. Уның маҡсаты – башҡорт телендә мультимедиа продукттары төҙөп, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында таратыу. Республикала юғары баһа алған "Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм" проектты сиктәрендә Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ҡалала 2018 йылдан башҡорт телен бушлай өйрәнеү курстары ойошторолдо, Башҡарма комитет балалар һәм өлкәндәр өсөн “Сәләм, Күмертау!”, “Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнәм" русса-башҡортса һөйләшеү һүҙлеге әҙерләне. “Эшлекле башҡорт теле» программаһы буйынса ла ҡалала бушлай курстар ойошторолдо. Башҡорттар ҡоролтайы башланғысы менән ҡаланың дүрт балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүсе яңы төркөм, ә 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт телендә уҡытыу менән кадет кластары асылды, – ти Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы. Үҙенең лидерлыҡ сифаттары менән Ә. Шәмиғолова эргәһендә башҡорт халҡының яҙмышына, туған телгә, мәҙәниәтекә битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә. Ойошторолған саралар, ғилми-ғәмәли конференциялар, ижади конкурстар нигеҙендә ҡала округтары хакимиәттәре һәм республика ҡоролтайҙары араһында Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы 2020, 2021, 2022 йылдарҙа призлы урындар яулаған. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова Күмертау ҡалаһы Советы депутаты булып та тора. Әлфиә Файзрахман ҡыҙының тынғыһыҙ, һөҙөмтәле төрлө кимәлдәге бихисап наградалар, почет грамоталары менән билдәләнгән. Ул –Башҡортостадың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ. Г. РӘСҮЛЕВА әҙерләне. Фото геройҙың шәхси архивынан.