Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында белдерҙе. “Бөгөн күҙәтелгән инвестиция әүҙемлеген иҫәпкә алып, быйылға төп капиталға инвестицияның үҫеш темпы - 107 процент, ә күләме 585,5 миллиард һум булыр тип баһалана. Уртаса оҙайлыҡтағы перспективала, йәғни 2024 – 2026 йылдарҙа, үҫеш темпы 103,2 – 105,5 процентты тәшкил итер тип күҙаллана. Был Рәсәй буйынса уртаса темптан 0,2 – 0,3 процентҡа юғарыраҡ”, – тине Рөстәм Моратов. Уның билдәләүенсә, һуңғы дүрт йылда республикабыҙ иҡтисадҡа инвестицияны тотороҡло рәүештә арттыра барҙы, һөҙөмтәлә йыл һайын ыңғай динамика күҙәтелә. Инвестпроекттарҙың күпселеге әлеге көндә сәнәғәттә, ауыл хужалығында, туризмда һәм юл буйы сервисында тупланған. Сәнәғәтте айырым алып ҡарағанда, унда республика өсөн иң әһәмиәтле булған проекттар эшкәртеү тармаҡтарында импортты алмаштырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. “Беҙ
Рөстәм Моратов: 2023 йылда төп капиталға инвестиция үҫеше 107 процент тип баһалана
7 декабря 20237 дек 2023
2
1 мин