Сибай ҡалаһында йәшәгән әүҙем йәмәғәтсе, "Яугел" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафикова социаль селтәрҙә матур йөкмәткеле яҙма - һәр көнгә бағышлар теләктәр менән уртаҡлашты. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы - билдәле ишандар, хәҙрәттәр нәҫеленән, олатайҙары Ғабдулла ишан Сәйеди, Әнүәр хәҙрәттең исемдәре бөгөн дә халыҡ араһында онотолмай. Был изге теләктәр һеҙҙең дә көнөгөҙҙө йәмле, тормошоғоҙҙо бәрәкәтле итһен! "Йә Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан, ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән, насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән, хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән, ҡабул ителмәгән доғанан, ҡаты күңелдән, туймай торған нәфсенән, ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән, кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан, ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла. Йә Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!" Сығанаҡ: vk.com/id283658936