Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡала буйлап уңайлы автобустарҙа

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында урам-юл селтәрҙәре участкалары ремонтланып ҡына ҡалмай, бөтә ил буйлап йәмәғәт транспорты паркы ла яңыртыла. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы федераль финанс ярҙамы алған дәғүәселәр иҫәбенә инде. Атап әйткәндә, Өфөгә “ГТЛК” акционерҙар йәмғиәтенең льготалы лизингы сиктәрендә 50 яңы “НЕФАЗ” автобусы алынған. – Өфө ҡалаһы командаһы Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев йөҙөндә республика етәкселеге менән берлектә пассажирҙар транспортын яңыртыу буйынса планға ярашлы эш алып бара. Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн – ярайһы ҙур ярҙам. Яңы автобустар заманса системалар менән йыһазландырылған, улар уңайлы мөхит һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, – тип билдәләнеләр ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығында. Әлеге ваҡытта яңы автобустар 226-сы ҡала маршрутын хеҙмәтләндерә. Улар газ-мотор яғыулығында эшләй һәм ҙур һыйҙырышлы, мәғлүмәт таблолары, спутник навигацияһы, видеокүҙәтеү камералары, тахографтар, электрон ҡоро

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында урам-юл селтәрҙәре участкалары ремонтланып ҡына ҡалмай, бөтә ил буйлап йәмәғәт транспорты паркы ла яңыртыла. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы федераль финанс ярҙамы алған дәғүәселәр иҫәбенә инде. Атап әйткәндә, Өфөгә “ГТЛК” акционерҙар йәмғиәтенең льготалы лизингы сиктәрендә 50 яңы “НЕФАЗ” автобусы алынған. – Өфө ҡалаһы командаһы Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев йөҙөндә республика етәкселеге менән берлектә пассажирҙар транспортын яңыртыу буйынса планға ярашлы эш алып бара. Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн – ярайһы ҙур ярҙам. Яңы автобустар заманса системалар менән йыһазландырылған, улар уңайлы мөхит һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, – тип билдәләнеләр ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығында. Әлеге ваҡытта яңы автобустар 226-сы ҡала маршрутын хеҙмәтләндерә. Улар газ-мотор яғыулығында эшләй һәм ҙур һыйҙырышлы, мәғлүмәт таблолары, спутник навигацияһы, видеокүҙәтеү камералары, тахографтар, электрон ҡоролмалар зарядкаһы өсөн порттар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ инвалид коляскалары өсөн урындар ҡаралған. – Көн һайын Инорстан 226-сы маршрутта эшкә барам. Яңы автобустарҙа йөрөү уңайлыраҡ, әлбиттә, урындар ҙа күберәк. Йәмәғәт транспортында үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ, ләкин бындай автобустарҙы күберәк һатып алырға кәрәк, - ти пассажир Илшат Фәйезов. 226-сы маршрут халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана. Мәҫәлән, октябрь һәм ноябрь айҙарында был маршруттың яңы автобустары 1,6 миллиондан ашыу пассажирҙы ташыған. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.