Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тимер юлында эш һөҙөмтәле

6 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы – “РЖД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Төбәк етәксеһе тимер юлы транспортының 11 ай күрһәткестәренең ыңғай динамикала булыуын билдәләне. Быйыл ғинуар- ноябрь айҙарында Башҡортостан биләмәһе буйынса 4,9 миллион пассажир ташылған, был иһә үткән йыл кимәленән 21,2 процентҡа күберәк. - Һөҙөмтәләр яҡшы. Пассажирҙар һәм йөк ағымы ла артты. Был - һеҙҙең команданың эш күрһәткесе, республика менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, - тине Радий Хәбиров. – Бергәләп беҙ “Көньяҡ” , “Көнбайыш” , “Көнсығыш” экспрестарын астыҡ. Шулай уҡ Өфө тимер юлы ҡулсаһын булдырыу проекты өҫтөндә эште дауам итәбеҙ, пассажирҙар уңайлылығы өсөн инфраструктураны яҡшыртабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.