Хаҡлы ялдағы Йәмилә апай улының Өфөнән алып ҡайтҡан күстәнәстәре менән күршеһе Зәлифәне һыйланы: –Ураҙа ғәйетендә кереп һәйбәт иттең әле, әхирәт. Улыма рәхмәт, алыҫ тип тормай, күмәкләшеп ғаиләһе менән дә, үҙе лә ҡайтып тора. Йәш саҡта бирешмәйһең ул, ҡартлыҡта терәк-таяныс кәрәк. Әхирәт, улым тыштағы эштәр менән булғанда һиңә бер серемде асайым әле. Ошо Таһир улымдың яҡты донъяларҙа булмауы ла ихтимал ине бит, - тип әхирәтенең ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын күреү менән бынан ярты быуат элек булған ваҡиғаны һөйләп алып китте. –Күрше ауыл егете, Ринатҡа йәшләй генә ғашиҡ булып, яратып тормошҡа сыҡтым. Гармунда уйнаған, ҡулы ағас эшенә оҫта егет күңелемә тиҙ инеп ултырҙы һәм сыҡманы ла ҡуйҙы. Эргәлә әллә күпме егеттәр уралһа ла, уларҙың белеме лә, атайҙарының вазифаһы ла, нәҫелдәренең шәплеге лә ылыҡтырманы. Ринаттан башҡаларҙы күҙем дә күрмәне, күңелем дә ҡабул итмәне. Йолаһына тура килтереп туй үткәрҙек тә бергәләп донъя көтөп алып киттек. Бер-беребеҙҙең күҙенә генә ҡарап тора инек. Тик ни