Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вирустан ниҙәр һаҡлай?

Табиптар белдереүенсә, һалҡын көндәрҙә һәр кем өсөн С витамины мөһим тип бара. Күптәр ул вирустарҙан һаҡлай тип уйлай. Әммә, фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был дөрөҫ түгел. Баҡтиһәң, витамин, нигеҙҙә, кеше сирләгән ваҡытта ярҙам итә: ауырыу билдәләренән тиҙерәк ҡотолдора һәм организм эшмәкәрлеген нығыта. Тағы D витамины һалҡын миҙгел ауырыуҙарынан һаҡланыуҙа ҙур роль уйнай. Уны эсеү организмға сиргә ҡаршы торорға ярҙам итә. А витамины иһә иммуноглобулин барлыҡҡа килеүенә “яуап бирә”, йәғни ул организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Был витамин кишерҙә, балыҡта һәм башҡа аҙыҡ-түлектә бар. Фото: "Башинформ".

Еда
6,93 млн интересуются