Мобилизацияланған 200 яугир ялдан һуң махсус хәрби операцияға юлланды. Йола буйынса һалдаттар “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙандан оҙатылды. Яугирҙәрҙең күпселеге быйыл икенсегә ял итергә ҡайтҡан. -Әлбиттә, ял ул һәр ваҡыт бик ҡыҫҡа һымаҡ һәм тиҙ генә үтеп китә. Мин былтыр 27 сентябрҙә мобилизацияланғайным, тыуған яғыма икенсе тапҡыр ялға ҡайттым. Мин хеҙмәт иткән танкка ҡаршы дивизионда ғына яртыһы яҡташтарым. Бергәләп Ватаныбыҙҙы һаҡлайбыҙ, нимәгәер ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, рухи яҡтан да ныҡбыҙ, - тине Миәкә районынан яугир А. Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙәргә хеҙмәттәре өсөн Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов рәхмәт белдерҙе. Һалдаттар һәм офицерҙар махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгән саҡта республика уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ярҙам итәсәген белдерҙе ул. Кисә Башҡортостан махсус хәрби операцияһы зонаһына 103-сө гуманитар ылауын оҙатты. - Бөгөн тотош ил һәм республика һеҙҙең менән ғорурлана. Ялдан һуң һеҙ ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәргә, илебеҙҙе яҡлар