Эльвера Иманғолова – Башҡортостандағы иң әүҙем урындағы ҡоролтай рәйестәренең береһе. Ойошмаға ул һуңғы дүрт йылда етәкселек итә, ә дөйөм алғанда, фекерҙәш-рухташтары менән ул йәмғеһе ике тиҫтә йылдан ашыу бергә атлай, атап әйткәндә, район мәғариф бүлегендә 2002 йылда методист булып эшләй башлағандан алып әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып бара. Эльвера Ғүмәр ҡыҙы сығышы менән Ишембай районы Байғужа ауылынан. Маҡсатлы ауыл ҡыҙы Клара Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Ғүмәр Низам улы Баһауетдиновтарҙың татыу ғаиләһендә милли рухты һеңдереп үҫә. Бала саҡтан башҡорт телен өйрәнеү, башҡорт матбуғатын уҡыу уға киләсәктә башланғыс кластар, башҡорт теле уҡытыусыһы булырға этәргес биргән. Был хаҡта ҡоролтай рәйесе үҙе лә йыш ҡына иҫкә ала: “Гәзит-журналдарҙы башынан аҙағынаса уҡый инек, хатта төрлө рецептарҙы киҫеп алып, махсус дәфтәргә йәбештереп, бешерергә өйрәнә торғайныҡ”, – ти ул. 1995 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тамамл