Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң ҙур маҡтау – хеҙмәт кешеһенә

6 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров “Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 70 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе коллективты юбилейы менән тәбрикләп, дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Был йылдар эсендә һеҙҙең предприятие республикабыҙ һәм илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн эшләй. 1950-1960 йылдарҙа Башҡортостанда газ-транспорт системаһын булдырыу һәм үҫтереү беҙҙең иҡтисад тармағын күтәреү, яңы производстволар асыу, йылдам торлаҡ төҙөү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн нигеҙ булды. “Газпром трансгаз Өфө“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - республикалағы иң эре эш биреүселәрҙең береһе. Был объекттарҙа 5 меңдән ашыу белгес хеҙмәт итә, - тип һөйләне республика етәксеһе. Шулай уҡ ул юғары һөнәри оҫталыҡ, тырыш хеҙмәттәре өсөн был предприятиела хеҙмәт итеүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Айырыуса ҙур ихтирам һәм хөрмәт предприятие ветерандарына төбәлде. фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.