“Турист” ҡушаматлы яугир “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ирекмәндең ҡатыны Айгөл һөйләүенсә, өлөшләтә мобилизация башланған саҡта ире Яҡутияла вахтала эшләгән булған. Ҡайтҡас, ишек төбөнән үк: "Мин дә барам!” – тип белдерә. Ҡатын, иренең холҡон белгәс, уның ҡарарын үҙгәртмәйәсәген яҡшы аңлай. Әммә Айгөл унан бер нәмә хаҡында үтенеп һорай – ҡыҙының тыуыуын көтөүен. “Турист” ҡатынының өгөтләүҙәренә: “Әгәр барыһы ла йәшеренеп ҡалһа, һеҙҙе кем яҡлар?” – тип яуаплай ире. Һирәк шылтыратыуҙар ваҡытында “Турист” яҡындарынан юҡ-бар тураһында уйламауҙарын, төрлө имеш-мимештәргә әҙерәк ышаныуҙарын һорай. Айгөл артыҡ һорауҙар бирмәй. Ә уның ирекмән ире иһә “тейешлеһен эшләгәнсе”, йәғни махсус операция тамамланғансы, өйгә ҡайтырға йыйынмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә