Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыуған көнөң менән, “Ун өсөнсө”!

Бөгөн, 6 декабрҙә үҙенең тыуған көнөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән лейтенант Азат Бадранов билдәләй. Уға бөгөн 37 йәш тулды. Азат Шамил улы республикабыҙҙағы иң йәш сәйәсмәндәрҙең береһе. Бынан биш йыл самаһы элек ул республика Хөкүмәтенә эшкә килде һәм үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Ә былтыр, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, оҙаҡ уйламаны, доброволец булып МХО биләмәһенә китте. Унда ул Башҡортостан етәкселеге менән һалдаттар араһында бәйләүсе ролде уйнай, беҙҙең егеттәрҙең барлыҡ проблемаларын хәл итә. Әйткәндәй, хәрбиҙәр уны “Ун өсөнсө” тигән позывной буйынса белә. Беҙ Азат Шамил улын ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. Иң мөһиме, тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, яугирҙәр!