Ауырғазы районы егете, ”Нокиа” позывнойлы йәш яугир махсус хәрби операция зонаһына былтыр көҙ китә. Ошо ваҡыт эсендә ул батырлығы менән хеҙмәттәштәре араһында таныла. Яу яланынан яраланған иптәшен яурынына һалып алып сыға, дошмандың ике квадрокоптерын юҡ итә, тип яҙа “Аургазинские вести”. Ҡурҡыу белмәҫ Ауырғазы егетен “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлайҙар. Уның үтенесе буйынса, миҙалды ата-әсәһенә тапшырғандар. Бөтә республика халҡы Радмир менән ғорурлана! “ Улығыҙҙы ысын илһөйәр итеп үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт! Ул беҙҙең герой һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ!”– тип, район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретлинов награданы яугирҙең ата-әсәһенә тапшырҙы. Фото: https://vk.com/aur_vesti