Найти тему
"Урал" гәзите

Политолог Башҡортостан Башлығына бирелгән һорауҙарҙың төрлөлөгөн баһаланы

Сәйәси фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Николай Евдокимов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш тураһында фекере менән уртаҡлашты.

«Матбуғат конференцияһында бик күп мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Республика Башлығы өсөн махсус хәрби операция, республика яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам өҫтөнлөклө тема булып тора. Ошо темаға һорауҙар, республиканың хәрби хәбәрселәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да залда ултырыуы шуны раҫланы.

Шул уҡ ваҡытта төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә, муниципалитеттарға ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Һуңғыһы барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә лә халыҡ менән тейешле бәйләнеш булдырылмауына ишаралай, сөнки улар урындағы властар ҡарамағындағы мәсьәләләр менән төбәк етәксеһенә мөрәжәғәт иткән.

Радий Хәбировтың киләһе йылдың көҙөндә Башҡортостан Башлығын һайлауҙа икенсе мөҙҙәткә кандидатураһын тәҡдим итергә әҙер булыуын белдереүе төбәктә ағымдағы сәйәси система позицияһының тотороҡло булыуы хаҡында һөйләй», - тип билдәләне политолог.