Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ете йылдан һуң аяғына баҫты...

Спорт мастеры Михаил Якунин бынан ете йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһында ҡаты имгәнә. Табиптарҙың күбеһе уны “йәшәрлек булһа ла, карауаттан да тора алмаҫ”, тип егеттең аяҡҡа баҫыуына өмөтләндермәй. 2016 йылда Михаилдың автомобиленә фура килеп бәрелә, ҙур йөк машинаһы водителе юл йөрөү ҡағиҙәһен тупаҫ боҙған була. Фура водителе зыян күрмәй, ә Михаил комаға китә. Төрлө өмөтһөҙ күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, егет аңына килә. Уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн спортсының ғаиләһе бөтә көсөн һала. 34 йәшлек егет яйлап йөрөргә өйрәнә, фекерләү һәләте тергеҙелә. Хәҙер ул ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша башлаған, хатта көрәш буйынса күнекмәләргә тотонған. Бәләгә тарығанға ҡәҙәр егет Рәсәй йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашырға тейеш булған. “Беҙ табиптарҙың “хөкөм ҡарары” менән килешмәнек, ғибәҙәтханаға йөрөп доға уҡыныҡ, улыбыҙға һаулыҡ теләнек. Йә реанимацияла, йә ғибәҙәтханала булдыҡ”,– ти әсәһе Светлана. Спортсы булараҡ Михаилдың көслө характеры, ихтыярлы булыуы был еңеүҙә ҙу

Спорт мастеры Михаил Якунин бынан ете йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһында ҡаты имгәнә. Табиптарҙың күбеһе уны “йәшәрлек булһа ла, карауаттан да тора алмаҫ”, тип егеттең аяҡҡа баҫыуына өмөтләндермәй. 2016 йылда Михаилдың автомобиленә фура килеп бәрелә, ҙур йөк машинаһы водителе юл йөрөү ҡағиҙәһен тупаҫ боҙған була. Фура водителе зыян күрмәй, ә Михаил комаға китә. Төрлө өмөтһөҙ күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, егет аңына килә. Уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн спортсының ғаиләһе бөтә көсөн һала. 34 йәшлек егет яйлап йөрөргә өйрәнә, фекерләү һәләте тергеҙелә. Хәҙер ул ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша башлаған, хатта көрәш буйынса күнекмәләргә тотонған. Бәләгә тарығанға ҡәҙәр егет Рәсәй йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашырға тейеш булған. “Беҙ табиптарҙың “хөкөм ҡарары” менән килешмәнек, ғибәҙәтханаға йөрөп доға уҡыныҡ, улыбыҙға һаулыҡ теләнек. Йә реанимацияла, йә ғибәҙәтханала булдыҡ”,– ти әсәһе Светлана. Спортсы булараҡ Михаилдың көслө характеры, ихтыярлы булыуы был еңеүҙә ҙур роль уйнай, әлбиттә. Был хаҡта “Бәйләнештә” селтәрендә “Честно говоря” төркөмө хәбәр итте. –Ярҙамығыҙ, ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Мин тырышасаҡмын. Мин көслө, – ти Михаил Якунин. Фото: https://kumertime.info/articles/obshchestvo/2023-12-05/nesmotrya-na-prognozy-vrachey-sportsmen-iz-bashkirii-smog-vstat-na-nogi-3552044?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=69913153