Миәкә районының Тамъян -Таймаҫ ауылынан Гөлдәр һәм Дамир Ғәлиевтар йыл һайын күпләп ҡаҙ аҫрайҙар. Быйыл да 30-лап ҡаҙ үҫтереп, ошо көндәрҙә туғандары, яҡындары менән бергәләп ҡаҙ өмәһе уҙғарғандар. Ҡаҙ ҙа үҫтермәгәс, ауылда йәшәүҙең ни йәме, тигән фекерҙә уңған хужабикә. Ҡаҙ мамығынан балаларына йомшаҡ мендәрҙәр яһай. Майын иретеп төрлө ҡамыр ризыҡтары бешергәндә ҡуллана, бигерәк тә ҡоймағы тәмле килеп сыға икән. Хатта ҡаҙҙың муйын тиреһен колбаса әҙерләү өсөн файҙалана. Гөлдәр Ғәлиева уның рецебы менән “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашты. -Муйын тиреһе үҙе генә бик ашалмай бит. Шуға муйынын киҫеп алам да тиреһенә тауыҡтың аҡ һум итен иттурағыс аша үткәреп, һарымһаҡ, борос, тоҙ ҡушып баҫып шунда тултырам. Муйындың бер яғын энә менән тегеп ҡуям, икенсе яғын төйнәйем. Аҙаҡ ҡаҙылыҡ кеүек һыуҙа бешерәм. Бешкәндә энә менән тишкеләп алырға ла кәрәк. Бик тәмле килеп сыға. Уны йыл һайын әҙерләйем, - ти уңған ҡатын. Ҡаҙҙарының ризығығыҙға яҙһын, Миәкә уңғандары! Балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән бергәләп ашарға булһын. Фото:Гөлдәр Ғәлиева архивынан.