Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике улын яуҙан көтә!

Илгә ауыр саҡта, уға терәк булырҙай, көслө рухлы улдар үҫтергәндәре өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың атай-әсәйҙәре алдында баш эйерлек. Бөрйән районына эш сәфәре мәлендә ошондай әсәйҙәрҙең береһе Тәслимә Насырова менән күрешеп һөйләшеү форсаты тейҙе. Уның ике улы ла контракт буйынса махсус хәрби операцияла. Әсәйҙәр көнө алдынан уға район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының рәхмәт хаты ла тапшырылды. Тормош иптәше менән улар биш бала тәрбиәләһә, тәүге ике балалары тыуған ерҙәренән ситтә. Тәүҙә “Насыр” позывнойлы оло улдары, уға ҡарап “Винни” позывнойлы икенсе улдары махсус хәрби операцияға юлланған. Ағаһына ҡарап ошондай ҡарарға килә кесеһе. – Өлкән балалар булғас, икеһе лә туғандарын ҡарашып үҫте, эште бүлеп торманылар, ярҙамсыл булдылар. Бәләкәй саҡтарынан уҡ икеһе лә спорт яратты. Волейбол, еңел атлетика, көрәш, шахмат менән шөғөлләнделәр. Ғөмүмән беҙҙең өйҙә барыһы ла шахмат уйнарға ярата. Район кимәлендә уҙған ярыштарҙа үҙем дә призлы урындар яулайым, – тип һөйләне әсәй кеше. Улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Тәслимә Насырова ла тормош иптәше менән бергәләп “Ассы” шифаханаһында ял итеп ҡайтҡан. Атайҙары ла был йәһәттән улдарына матур өлгө була белгән. Йәш сағында хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, Байназар мәктәбенең Мәһәҙей ауылы филиалы етәксеһе, физкультура, тарих уҡытыусыһы булып эшләгән. Башҡа балалары менән дә ғорурлана был ғаилә. Нурзилә ҡыҙҙары педагогия колледжын тамамлап, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уралиәләре Байназар мәктәбендә 11 класта белем ала, шулай уҡ шахматта уңыштар ҡаҙана. Арслан улдары бөгөнгө көндә 8 класта яҡшы билдәләргә уҡып йөрөй. Бөтә булмышынан сабырлыҡ бөркөп торған Тәслимә ханымдың теләге бер: – Иң мөһиме – балалар иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар. Илебеҙ тиҙерәк тынысланһын. Улдарым менән ғорурланам, – тине әсә. Барса халыҡтың теләгән теләге бик тиҙҙән тормошҡа ашһа ине. Автор фотоһы.