Өфө ҡалаһындағы 277-се балалар баҡсаһы коллективы Степан Злобин урамындағы 34/2-се күп фатирлы йортта йәшәүселәр менән берлектә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаша. Уларҙы яҡшы ниәт – балалар баҡсаһы биләмәһендәге асфальт япманы яңыртыу теләге берләштерә. Был эшкә баҡсаға йөрөгән кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре лә ҙур өлөш индерә. Берҙәм көс менән макулатура йыйып тапшырғандар, йәрминкә үткәргәндәр. Алынған килем программала ҡатнашыуға йәлеп ителә. Изге башланғыстан баҡсаға йөрөгән балалар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, улар ҡатнашлығында “Асфальтта – уйындар” тип аталған һүрәттәр конкурсы бик ҡыҙыҡлы уҙған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һүрәттәрендә баҡсаның яңыртылған биләмәһен нисек итеп күреүен һынландырған. Баһалама ағзалары булараҡ Степан Злобин урамындағы 34/2-се йортта йәшәүселәр сығыш яһаған. Улар йәш рәссамдарҙың һәләтле булыуын, балалар баҡсаһы биләмәһен матур һәм хәүефһеҙ итергә ынтылышын билдәләгән. Был сарала ата-әсәләр ҙә ҡатнашҡан, улар макеттар эшләгән. С