Бүздәк районы кешеләре Ҡаран ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлөп, яңы эш башлаған фельдшер-акушерлыҡ пунктында диспансерлаштырыу үтә. Бина тейешле стандарттарға ярашлы йыһазландырылған, бөтә коммуникациялар үткәрелгән. Заманса бинала электрон “больничный” асыу һәм рецептар биреү, электрокардиограмманы дистанцион тапшырыу, телемедицина консультациялары үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Яңы медицина пункты Уран һәм Ҡаран ауылдары халҡына тәүге медицина ярҙамын күрһәтәсәк. Уларҙа 551 кеше йәшәй. Пациенттарҙы Ирина Заһиҙуллина ҡабул итә. –Яңы ФАПта диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын егерменән ашыу кеше үтте. Ауыл халҡы яңы биналағы уңайлыҡтарҙы ыңғай баһаланы,- ти фельдшер Ирина Заһиҙуллина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.