Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һин – уйында !

“Һин уйында” спорт проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурсының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Конкурс башланғандан алып бер аҙна эсендә Рәсәйҙең 46 төбәгенән ғаризалар тапшырылған. Киләһе йылдың февраленә номинанттарҙың һаны ярты миллиондан да артып китеүе көтөлә. “Һин уйында” конкурсы дүртенсе тапҡыр “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы тарафынан уҙғарыла, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы ла ярҙам күрһәтә. Был саралар “Демография” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Демография”) уҙғарыла. Өс миҙгел эсендә ул форум сиктәренән сыҡты. Бында һәр ҡатнашыусы спорт проекты етәксеһе, һәр тамашасы – еңеүсе. Сөнки күрһәтегән проекттар киң яҡтыртыла. Һәм һәр кеше үҙенә оҡшаған шөғөл генә табып ҡалмай, тыуған иле тураһында ла мәғлүмәт белә. Конкурстың төп номинациялары еңеүселәре үҙҙәренең проекттарын үҫтереү өсөн 300 мең һум аҡса аласаҡ. Миҙгелдең иң яҡшы проекты – Гран-при 1 миллион һум менән баһалана. -Өс йыл эсендә конкурста Рәсәйҙән 11 меңдән ашыу проект ҡатнашты. “Һин уйында” конкурсының дүртенсе миҙгелендә корпоратив спортты, спорт туризмын үҫтереүсе айырым проекттарҙы ла билдәләргә ниәтләйбеҙ. Сәләмәт тормош алып барыу илебеҙҙә популярлаша. Үҙҙәренең һаулығына ғына иғтибар итеп ҡалмаған, ә тирә-яҡтағыларҙы ла әүҙем тормошҡа йәлеп итеүселәрҙе хуплайбыҙ, - тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко. Конкурста Рәсәйҙең 18 йәше тулған һәм илдә йәшәгән һәр гражданины ҡатнаша ала.Шулай уҡ спорт проектын тормошҡа ашырған шәхси эшҡыуарҙар, юридик шәхестәр ҙә мөрәжәғәт итә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.