Бөгөн, 17 декабрҙә, Мәскәүҙә Башҡортостан делегацияһы «Берҙәм Рәсәй» партияһының XXI съезы эшендә ҡатнашты. Ул ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында уҙа. Съезд сараларында Рәсәй Президенты Владимир Путин, «Берҙәм Рәсәй» рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, партияның юғары етәкселеге, төбәк бүлексәләре секретарҙары, һайланған делегаттар – бөтәһе 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Съездың пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһап, «Берҙәм Рәсәй»ҙе илдең алдынғы сәйәси көсө тип атаны. - Бындай абруй, ижтимағи ышаныс «Берҙәм Рәсәй»ҙең аныҡ илһөйәрлек позицияһына, халыҡ мәнфәғәтендә күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә, дәүләтте нығытыуға, илебеҙҙең һәм төбәктәребеҙҙең үҫешенә нигеҙләнгән, - тине дәүләт башлығы. Съезда партия Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путиндың кандидатураһын яҡлау тураһында бер тауыштан ҡарар ҡабул итте, етәксе органдарға кадрҙар ротацияһы үткәрҙе. Пленар ултырыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Х