Билдәле блогер һәм һынмаҫ рухлы Рөстәм Нәбиевтең башҡарған изге эштәре тураһында даими рәүештә таныштырып барабыҙ. Быйыл ғына ул кешеләргә бер миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. "Бәләбәй ҡалаһында проект рәсми рәүештә тамамланды. Был - быйылғы йылдың һуңғы хәйриә проекты. Йыл дауамында минең бөтә проекттарыма 1000 000 һумдан ашыу аҡса китте. Юҡ, бер кем дә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтмәй. Барыһы ла үҙемдән, ләкин был суммалар күктән яумай - был ҙур эш. Беләһегеҙме, минең өсөн бушлай ярҙам итеү - иҫ киткес ҡиммәт. Башҡалар күҙҙәрен йомғанды эшләү һәм унан ысын ләззәт алыу. Кешеләргә ярҙам итеүҙе һәм "үҙ" хәлеңдә уларҙың тормошон уңайлы итә алыуыңды аңлау. Тормошта үҙ урынымды таптым тип уйлайым. Дөрөҫ йүнәлештә барам тип уйлайым. Мин ысын бәхет хисе кисерәм. Ә һеҙ быны кисерәһегеҙме?" - тип яҙған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрендә. "Афарин"дан башҡа ни әйтәһең?! Кешеләргә ҡылған изгелектәрең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Фото: Рөстәм Нәбиев
Рөстәм Нәбиев бер миллиондан ашыу ярҙам күрһәткән
17 декабря 202317 дек 2023
~1 мин