Хәйбулла районы йыл һайын республикала үткән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша һәм оло еңеүҙәр яулай. Һуңғы йылдарҙа Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары ҡатнашып, еңеү яулаһа, быйыл иһә Оло Әбеш ауылы халҡы бәйгелә ҡатнаша. Әле ауыл халҡы менән төрлө саралар башланған да инде. Шуларҙың береһе - "Шәп егет" проекты. «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә ойошторолған проекттың беренсе көнөндә ауылдың егәрле ир-уҙамандарының береһе Урал Юнысов егеттәрҙе ат ҡарау, уны егеп-туғарыу серҙәрҽнә өйрәткән. Ҡалған көндәрҙә лә егеттәрҙе ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре көтә. Проекттың сығарылыштары тамашасы хөкөмөнә зәңгәр экрандар аша киләһе йылдың ғинуар айында Аҡъяр телевидениеһы эфирҙарында күрһәтеләсәк. Сара хаҡында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. "Айыҡ ауыл"-дың республика этабы башланды, иптәштәр. Хәйбулланың данын быйыл Оло Әбеш ауылы яҡлай. Был осорҙа ҡулдан килгәнсә халыҡ, бигерәк тә йәштәр өсөн файҙалы саралар ойоштормаҡсы әбештәр. Бөгөн ул ауылда "Шәп егет" телевизион проекты башланды. БЮТ каналы идеяһын "урлап", был төбәккә хас һөнәрҙәргә өйрәтмәксе йәштәрҙе ауыл ағайҙары. Хәҙерге заманда ат егеп-туғара белмәгән йәштәр күп тип, проекттың беренсе көнөндә ошо эшкә өйрәттеләр Оло Әбештең ете егетен". Егеттәр, ә һеҙ ат туғарып егә беләһегеҙме? Әллә ат туғарып та егә белмәй, ҡыҙ һайлайһығыҙмы... Фото: Оло Әбеш ауыл төркөмөнән.