Үҙенең тарихын Юнир исемле ир һөйләне. “Ғаиләнән сығып киткән яңғыҙаҡ ир мин. Насар ғәҙәтем арҡаһында яҙҙым мин унан. Йыш эсеп йөрөгән кеше түгелмен үҙем. Тик, шайтан һыуы ауыҙға бер эләкһә, берәр аҙна айный алмай йөрөгән саҡтарым була. Эскәндә ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә: беренсе рүмкәне күтәргәнде иҫләйем дә аҙаҡ баш ауыртыуынан сыҙамай, айный алмай йөрөгәндә иҫкә киләм. Бер шундай сағымда ауырып, нисек айнығып эшкә тотоноп китергә икән тип, аптырап туҡталҡала ултырам. Шул ваҡыт бағанаға йәбештерелгән белдереү күҙгә салынды. Унда эре хәрефтәр менән: ”Помощь алко- и наркозависимым. Бесплатно” тип яҙылған, телефон һандары күрһәтелгән. Бер ни уйламаҫтан, тоттом да шылтыраттым. Теге яҡ остан ентекләп һораштылар, ҡайһы тирәлә ултырғанымды белештеләр ҙә шул урындан ҡуҙғалмай көтөргә ҡуштылар. 15 минут та үтмәне, “Мерседес”та бер йәш егет килеп туҡтаны. Бик итәғәтле һөйләште. Ҡайҙа нисек барырға икәнлекте өйрәтеп, автобуста түләргә аҡса тотторҙо. Ниңәлер тиҙ ышандым уға һәм, ул өйрәткәнсә, авт